Үҙе булмаһа ла, беҙҙе бергә йыйҙы

Үҙе булмаһа ла, беҙҙе бергә йыйҙы

Үҙе булмаһа ла, беҙҙе бергә йыйҙы 29.09.2026


Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында билдәле тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры үтте. Уны быйыл икенсе тапҡыр коллегалары һәм туғандары ойошторҙо.

Уйылдан Нурғәли улы ике йыл элек 45 кенә йәшендә ҡапыл вафат булғайны. Иҫ киткес оло йөрәкле, ярҙамсыл хеҙмәттәштәрен коллегалары онотмай. Турнирға Өфөнән журналистар командаһы барһа, райондан йәнә өс команда ҡатнашты.

Көсөргәнешле лә, дәртле лә уйын һөҙөмтәһендә Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе волейболсылары быйыл да төп кубокты эләктерҙе. Журналистар - икенсе, район хакимиәте вәкилдәре өсөнсө булды. Ә туғандар командаһы дүртенсе урынға сыҡты. Ҡотлайбыҙ!

Л. Мәүлитова һәм А. Нурмөхәмәтова фотолары


Возврат к списку