Егеттәргә күстәнәс

Егеттәргә күстәнәс

Егеттәргә күстәнәс 10.09.2026


Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнөндә гәзит-журналдар, «Ашҡаҙар» һәм «Юлдаш» радиолары, телевидение журналистары берләшеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙ өсөн сәксәк бешерергә йыйылды.

«Беҙҙең һүҙебеҙ – ҡорал, ә бөгөн үҙ ҡулдарыбыҙ менән яугирҙарыбыҙға ҡамыр ризығы әҙерләп, өй йылыһын еткерергә теләнек», – ти хәбәрселәр.

Изге теләктәр теләп әҙерләнгән күстәнәстәрҙе һәр берегеҙгә ауыҙ итергә, иҫән-һау тыуған яҡтарығыҙға ҡайтырға яҙһын, егеттәр!


Возврат к списку