27.08.2026
Мәләүез районына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова килде. Ул "Көнгәк" һәм "Путь Октября" гәзиттәре журналистары менән осрашты.
Бөгөнгө заман журналистикаһы алдында торған мөһим мәсьәләләр, матбуғат эшмәкәрлегенә ҡуйылған талаптар, медиасараларҙың йәмғиәттәге роле, яңы технологиялар ҡулланыу мөмкинлектәре, һөнәри конкурстар тураһында һөйләшеү булды. Редакция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе: йәш журналистарҙы әҙерләү проблемалары, район гәзиттәре контенты тураһында фекер алыштылар. Эш хаҡы, гонорар күләме, сайтта, социаль селтәрҙәрҙә эшләү хаҡында ла һорауҙар бирҙеләр.