Яңы йыйынтыҡ сыҡты

Яңы йыйынтыҡ сыҡты

Яңы йыйынтыҡ сыҡты 12.09.2026


“Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева тәүге китабын – шиғри йыйынтығын ҡулына алды.

Ошо айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең фирма магазинында уның презентацияһы үтте. Сарала билдәле яҙыусылар, Миләүшә Ғәлиеваның коллегалары, “Тамыр” студияһында шөғөлләнеүселәр, “Китап” нәшриәте һәм гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре килгәйне.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина Миләүшә Ҡасим ҡыҙы менән күптән дуҫ булыуҙарын, уның ижадын күҙәтеп барыуын, һоҡланыуын белдерҙе. Ысынлап та, авторҙың һүҙҙәренә яҙылған лирик йырҙар байтаҡ. Миләүшә Ғәлиеваны “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Аҡбуҙат” журналының яуаплы сәркәтибе Миңлегөл Тайсина һәм башҡалар ҡотланы. Был йыйынтыҡ һуңғыһы булмаһын!


Возврат к списку